Башкирский диктант-2022
Апрель 23, 2022
Просмотров: 7
23 апрелдә Тайнаш урта мәктәбендә башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Диктанттың бурыстары:
– теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү;
– башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү;
– башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу.
Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.
Беҙҙең мәктәп башҡорт телен яңы өйрәнә башлау кимәле өсөн бирелгән диктантты яҙҙы. Диктант яҙыуға уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр әүҙем ҡушылды. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.